Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:7 - Изге Яҙма

7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:7
11 Iomraidhean Croise  

Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?»


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине.


– Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.


– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.


Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.


Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәткән фәрештәнең аяҡтарына йығылдым.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan