Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:41 - Изге Яҙма

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:41
14 Iomraidhean Croise  

Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!


Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар.


Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙең эсенән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ендәргә һөйләнергә рөхсәт итмәне, сөнки ендәр Ғайсаның кем икәнен белә ине.


Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan