Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 3:23 - Изге Яҙма

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 3:23
20 Iomraidhean Croise  

Мысыр батшаһы фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.


Батша тәхетенә ултырғанда Дауытҡа утыҙ йәш ине. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итте.


утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер.


утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләре араһынан Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, уны күтәреп йөрөтөргә яраҡлыларын һанап сыҡты;


Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.


Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,


Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.


Әлъяҡим – Мелеа улы, Мелеа – Менна улы, Менна – Маттаҫа улы, Маттаҫа – Наҫан улы, Наҫан – Дауыт улы,


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.


Мин һиңә, Теофилос, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan