Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 3:16 - Изге Яҙма

16 Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 3:16
24 Iomraidhean Croise  

Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ, рухымды өҫтөгөҙгә түгермен, әйтер һүҙҙәремде еткерермен.


Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар.


Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе.


Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.


Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».


Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.


Петрус быларҙы һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух иңде.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan