48 Һеҙ быларҙың шаһиты.
Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.
Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.
Беҙ – йәһүдтәр илендә һәм Йәрүсәлимдә Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһитыбыҙ. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр,
Ул Үҙе менән Галилеянан Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.
Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.
Һин, бөтәһенә лә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.
Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.
Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.
Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым: