Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 24:39 - Изге Яҙма

39 Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

39 Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

39 Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 24:39
12 Iomraidhean Croise  

Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы?


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәтте.


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.


Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хакимыбыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә Томас уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.


Унан Томасҡа: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә ҡағыл! Шикләнмә, ә ышан, – тине.


Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.


Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan