Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 24:30 - Изге Яҙма

30 Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

30 Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

30 Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 24:30
14 Iomraidhean Croise  

Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.


Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты.


Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде.


Теге ике шәкерт юлдағы хәлде һәм икмәк бүлеп биргән сағында Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп бирҙе.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе.


Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Шулай тигәс, Паулус, икмәкте ҡулына алып, барыһы алдында Аллаға шөкөрана ҡылды ла һындырып ашай башланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan