Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 23:7 - Изге Яҙма

7 Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Ғайсаның Ирод батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилат Уны Ирод янына ебәргән. Был көндәрҙә Ирод үҙе лә Иерусалимда булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 23:7
9 Iomraidhean Croise  

Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде.


Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.


Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,


Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине.


Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.


Пилатос, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораны.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған»,


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan