Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 23:5 - Изге Яҙма

5 Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 23:5
24 Iomraidhean Croise  

Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.


«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!


Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.


Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар, Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башланы.


Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды.


Пилатос, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораны.


Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филиппусты осратып: – Миңә эйәр! – тине.


Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.


Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килергә тейешме ни?


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Яхъя һыуға сумдырылыу йолаһын үтергә саҡырып иғлан итә башлағандан һуң, Галилеянан алып бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ:


Ыҙғыш шул тиклемгә барып етте, ғәскәриҙәр башлығы, Паулусты өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты.


Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan