Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 23:35 - Изге Яҙма

35 Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

35 Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

35 Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 23:35
24 Iomraidhean Croise  

Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.


Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Барса халҡым алдында көлкөгә ҡалдым, Таҡмаҡ әйтеп, көн оҙоно мыҫҡыллайҙар.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


«Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.


Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып,


Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине.


Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan