Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:43 - Изге Яҙма

43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:43
16 Iomraidhean Croise  

Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным.


– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!


Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.


– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан, – тине ул Ғайсаға. – Сөнки Изге Яҙмала: «Алла Үҙенең фәрештәләренә Һинең турала бойороҡ бирер: аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр», – тип яҙылған бит.


Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты.


Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк».


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan