Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:41 - Изге Яҙма

41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:41
9 Iomraidhean Croise  

Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan