Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:37 - Изге Яҙма

37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:37
17 Iomraidhean Croise  

Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына ҡаҙаҡланылар.


Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!


Ғайса һүҙен дауам итте: – Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары, өҫ кейемдәрен һатып, ҡылыс алһын.


Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. –


Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,


Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә Һинең шөһрәтеңде күрһәттем.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan