Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 21:25 - Изге Яҙма

25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 21:25
26 Iomraidhean Croise  

Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы – Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы;


Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Аһ, күмәк халыҡ шаулаша, Ҡоторған диңгеҙҙең олоуына оҡшаш! Ҡәүемдәр ташҡын һыу һымаҡ шаулай,


Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Ул көндө ҡоторған диңгеҙ кеүек Исраилға ажарланып ташланырҙар. Ергә баҡҡан һәр кем тик ҡараңғылыҡ һәм ҡайғы күрер. Ҡара болот яҡтылыҡты ҡаплап алыр.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған. Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Мин ергә ҡараным: Ана ул, рәүешһеҙ, буп-буш; Күккә баҡтым – унда ла яҡтылыҡ юҡ.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.


Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң, «ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,


Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.


Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр.


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan