Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 20:22 - Изге Яҙма

22 Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

22 Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 20:22
14 Iomraidhean Croise  

Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Ҡайһы берәүҙәре: – Батшаға яһаҡ түләр өсөн беҙ баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын аманат итеп биреп, бурысҡа аҡса алабыҙ.


Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.


– Түләй, – тип яуап бирҙе Петрус. Петрус өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Шимғон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?


Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.


Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө.


Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.


батша итеп Аллағыҙ Раббы һайлаған кешене ҡуйығыҙ. Ул ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе булһын. Килмешәк һеҙгә туған түгел, уны батша итеп ҡуйырға ярамай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan