Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:2 - Изге Яҙма

2 Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:2
9 Iomraidhean Croise  

Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға.


Иҫәпкә алыныр өсөн һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтты.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Ул өлкә башлығы, бик аҡыллы кеше Сергиос Паулустың хеҙмәтсеһе ине. Сергиос Паулус, Алла һүҙен тыңларға теләп, Барнабас менән Шаулды үҙ һарайына саҡырҙы.


Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


«Клаудиус Лусиастан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!


Батша торғас, идарасы, Берника һәм улар менән бергә ултырыусылар урындарынан ҡалҡынды.


Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan