Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:42 - Изге Яҙма

42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң ине! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң ине! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:42
35 Iomraidhean Croise  

Күк Раббының һүҙенән бар булған, Күк есемдәре Уның һулышынан яралған.


Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр.


Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине.


Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы:


Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.


Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Әгәр аҡылдары булһа, уйлар, Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“


Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.


Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.


Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».


Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan