34 Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тинеләр.
34 Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.
Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.
Улар йәш ишәкте бауҙан ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.
Ишәкте Ғайса янына алып килделәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырҙылар.
Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,
Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, Ғайса шөһрәт алғандан һуң ғына Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.