1 Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине.
1 Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған.
Ахав батшалыҡ иткән осорҙа, Бейт-Илдән Хиел тигән кеше Йерихо ҡалаһын ҡайтанан төҙөттө. Хиел ҡала нигеҙен өлкән улы Авирамдың йәне хаҡына, ҡапҡаларын төҙөгәндә кесе улы Сегувтың йәне хаҡына төҙөнө. Шулай итеп, Раббының Нун улы Йушағ аша белдергән һүҙҙәре бойомға ашты.
Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине.
Ғайса Йерихоға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултыра ине.
Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине.
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.