Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 18:1 - Изге Яҙма

1 Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 18:1
26 Iomraidhean Croise  

Әммә Раббының тоғро мөхәббәте Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә! Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә.


Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!


Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села


Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.


Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Ул заман һеҙ Мине саҡырырһығыҙ, Миңә килеп доға ҡылырһығыҙ һәм Мин һеҙҙе ишетермен.


Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.


Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan