Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:26 - Изге Яҙма

26 Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

26 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

26 Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:26
16 Iomraidhean Croise  

Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.


Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.


Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.


Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр.


Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән.


Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән?


Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгән сағында ерҙә иман табырмы икән?


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


Элекке донъя һүҙ аша туфан һыуына батырылып һәләк ителгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan