Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:25 - Изге Яҙма

25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:25
18 Iomraidhean Croise  

Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар.


Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Уны ҡамсыларҙар һәм үлтерерҙәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор, – тине.


– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә,


– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.


Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне.


Сөнки Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.


Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.


Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan