Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 16:28 - Изге Яҙма

28 Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

28 Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 16:28
16 Iomraidhean Croise  

Шул саҡ бай: «Эй ата, улай булғас, зинһар өсөн, Әлғазарҙы атайымдың өйөнә ебәр.


Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Фәҡәт шуны беләм: ниндәй генә ҡалаға барһам да, Изге Рух мине бығауҙар һәм хәсрәт көтөүе тураһында иҫкәртә.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.


Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.


Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan