Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 16:16 - Изге Яҙма

16 Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 16:16
21 Iomraidhean Croise  

Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ.


Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.


Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.


Әммә теге кеше, Ғайса янынан киткәс тә, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы, ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды. Шулай ҙа унда ла янына һәр тарафтан халыҡ ағылды.


«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ.


Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ.


Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән.


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.


Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.


[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan