Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 16:11 - Изге Яҙма

11 Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 16:11
9 Iomraidhean Croise  

Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәнен һеҙгә кем бирер?


Һеҙгә әйтәм: был донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡ бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan