Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 15:6 - Изге Яҙма

6 Өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 15:6
19 Iomraidhean Croise  

Күршеләре менән туғандары, Раббының Әлисабетҡа оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанды.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр.


Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


бөтәгеҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам,


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә күрһәтелде.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan