3 Ғайса уларға ошо ҡиссаны һөйләне:
3 Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән:
Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.
Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.
Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.
Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.
Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.
– Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни?
һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине
Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.