Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 15:17 - Изге Яҙма

17 Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

17 Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 15:17
19 Iomraidhean Croise  

Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңә иғтибар һал, Юҡһа илдең ҡараңғы мөйөштәре Йәбер-золом менән тулған.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.


Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә.


Ҡылған бөтә енәйәттәрен танып, ихлас күңелдән ваз кискәнгә күрә, ул мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.


Егет шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.


Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


Шул ваҡыт Петрус иҫенә килеп: «Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Һируд ҡулынан һәм йәһүд халҡы миңә бирергә теләгән язанан ҡотҡарҙы», – тип уйланы.


Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan