Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 15:13 - Изге Яҙма

13 Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 15:13
35 Iomraidhean Croise  

Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны.


Кәйеф-сафа һөйгән әҙәм муллыҡ белмәҫ, ашау-эсеү, шарап һөйгән – һис етешмәҫ.


Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ; ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра.


Тыуған яғынан айырылған кеше гүйә ояһын ташлап киткән ҡош.


Ҡанунға тоғро бала – аҡыллы булыр, аҙғындарға ҡушылған атаһын хурлыҡҡа батырыр.


Аҡылды яратҡан улан атаһын шатландырыр, фәхишәләр менән сыуалған малын юғалтыр.


сөнки аҙғын ҡатын бер һыныҡ икмәккә ҡалдыра, сит ҡатын йәнеңдән яҙҙыра.


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.


Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».


Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.


«Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем? Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. –


Кинйәһе: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән.


Ул бер нәмәһеҙ ҡалған, шунда был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм егет мохтажлыҡ кисерә башлаған.


Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Бер бай хужалығында идарасы тотҡан. Байға был кешенең мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында еткерәләр.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән.


Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтә, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ.


Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.


Улар ҡылған яуызлыҡтарына күрә яуызлыҡ аласаҡ. Улар өсөн ләззәт – көн һайын көпә-көндөҙ ҡомһоҙланып ашап эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, ялған рәхәтлектән ләззәтләнәләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan