Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 14:7 - Изге Яҙма

7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 14:7
12 Iomraidhean Croise  

«Түргәрәк күсеп ултыр», – тиеүҙәре түрә алдында түбәнгәрәк күсереүҙән яҡшыраҡ. Үҙ күҙең менән күргәнде,


Аҡыл – зирәк ҡатын – саҡырамы әллә? Зиһен ауазын яңғырата түгелме?


– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир.


Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға кинәйәле ҡиссаһыҙ бер нәмә лә һөйләмәне.


Табындың түрендә һәм ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа ултырырға яраталар.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ.


– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәндәрен хуш күрә, ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата.


Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.


Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй.


Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan