Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 14:26 - Изге Яҙма

26 – Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

26 – Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

26 – Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 14:26
18 Iomraidhean Croise  

Ләкин Ховав: – Мин үҙ еремә, халҡыма ҡайтам, – тип баш тартты.


Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.


Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән.


Ғайса артынан күмәк халыҡ эйәрҙе, Ул боролдо ла былай тине:


Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡупты яраттым, Ғаязды иһә күрә алманым», – тип әйтелгән.


Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа,


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan