Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 14:24 - Изге Яҙма

24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 14:24
12 Iomraidhean Croise  

Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты.


Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. –


Ғайса артынан күмәк халыҡ эйәрҙе, Ул боролдо ла былай тине:


Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan