Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:51 - Изге Яҙма

51 Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

51 Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

51 Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:51
9 Iomraidhean Croise  

Шунан һуң Ҡабилдың ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте.


Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды».


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan