Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:29 - Изге Яҙма

29 Эргә-тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ғайса һөйләй башланы: – Был замандың кешеләре яуыз, илаһи билдә талап итәләр, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

29 Ғайса тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ул һөйләй башлаған: – Был замандың кешеләре – яуыз, улар илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Эргә-тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ғайса һөйләй башланы: – Был замандың кешеләре яуыз, илаһи билдә талап итәләр, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:29
19 Iomraidhean Croise  

Зөлкифел һеҙҙең өсөн билдә буласаҡ: ул нимә эшләй, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ. Ошолар бойомға ашҡас, Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».


Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды:


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?


Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр.


Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап итте.


Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын яуап тотасаҡ, –


Шул арала меңәрләгән кеше йыйылды, улар бер-береһен ҡыҫырыҡланы. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә ҡарап һүҙ башланы: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса.


Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.


Улар Ғайсаға: – Беҙҙе Һиңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. –


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәк аҡыл эҙләй.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan