Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:19 - Изге Яҙма

19 Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

19 Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:19
10 Iomraidhean Croise  

Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.


Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!


Яхъя: – Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйтте.


Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп: – Мин һеҙгә Паулус вәғәзләгән Ғайса вәкәләте менән бойорам, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan