Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:29 - Изге Яҙма

29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:29
11 Iomraidhean Croise  

Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.


Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораны Ғайса.


Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел.


Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan