Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:9 - Изге Яҙма

9 ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 руханиҙар араһындағы ғәҙәткә таянып йәрәбә һалынған һәм Раббы Йортона инеп хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәриәгә төшкән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:9
10 Iomraidhean Croise  

Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй.


Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.


Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan