73 атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:
Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.
Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.
Ҡамышлы диңгеҙгә янаны – һыуы ҡороно; Тәрәнлектән сүл өҫтөндәгеләй алып сыҡты.
Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.
Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса,
Әгәр был ҡанундарға ҡолаҡ һалып, теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы ата-бабаларығыҙға ант иткәнсә, төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалыр һәм һәр ваҡыт һеҙгә мөхәббәтен һаҡлар.
Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.
Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.