Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:66 - Изге Яҙма

66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килде. Сөнки Раббының ҡөҙрәте бала менән ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килгән. Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килде. Сөнки Раббының ҡөҙрәте бала менән ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:66
16 Iomraidhean Croise  

Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Һеҙҙе бойҙайҙың иң яҡшыһы менән һыйлар, Ҡаянан аҡҡан бал менән туйҙырыр инем».


Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.


Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө.


Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы.


– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине.


Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan