Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:20 - Изге Яҙма

20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуаплаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:20
22 Iomraidhean Croise  

батшаның был яраны: «Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел», – тип яуап ҡайтарғайны. Алла бәндәһе иһә: «Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ», – тигәйне.


Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин.


– Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин, Раббы, түгелме ни?


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


Ана шул ҡасҡын янында телең асылыр. Һин уның менән һөйләшерһең, башҡаса өнһөҙ ҡалмаҫһың. Һин улар өсөн билдә булырһың. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Телеңде аңҡауыңа йәбештерермен һәм һин телһеҙ ҡалырһың, уларҙы фашлай алмаҫһың, сөнки был – фетнәсел нәҫел.


Ул миңә шулай тине, ә мин, ергә ҡарап, өнһөҙ торҙом.


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.


Халыҡ, Зәкәрьяһтың Алла йортонда оҙаҡлауына аптырап, тышта көтөп торҙо.


Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды.


Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!


Шул мәлдә үк Зәкәрьяһтың теле асылды һәм ул Алланы данлап һөйләй башланы.


Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan