Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:13 - Изге Яҙма

13 Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Фәрештә уға былай тигән: – Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:13
27 Iomraidhean Croise  

Һинең һәм нәҫелең менән төҙөгән килешеүҙең шарты шул: арағыҙҙағы ир-аттың һәммәһе лә сөннәтле булһын.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.


Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!


Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың.


Бынан һуң пәйғәмбәр булған ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым һәм ул, ауырға ҡалып, ир бала тапты. Раббы миңә: – Уға Маһер-Шалал-Хаш-Баз тип исем ҡуш, – тине. –


Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –


Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.


Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым.


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.


Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.


Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр.


Фәрештә һүҙен дауам итте: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте.


Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне.


һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.


Раббы уға: – Имен булырһың, ҡурҡма, үлмәҫһең, – тине.


Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan