Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 7:7 - Изге Яҙма

7 Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 7:7
11 Iomraidhean Croise  

Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне.


Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.


Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.


Тотош яндырыу ҡорбанының тиреһе лә ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһинға бирелер.


Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен.


Исраил халҡына ҡарағыҙ: килтерелгән ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан усағындағы ғибәҙәттә ҡатнашыусылар түгелме ни?


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan