Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.