Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 6:2 - Изге Яҙма

2 – Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 – Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 6:2
25 Iomraidhean Croise  

Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.


Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.


Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма, ауыҙыңдан алдаҡ һүҙ сыҡмаһын.


яҡынына этлек эшләп, «Мин шаярттым ғына», – тигән кеше лә шулай булыр.


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.


ә төньяҡҡа ҡарағаны ҡорбан усағы тирәһендә хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн тәғәйенләнгән. Улар – Садоҡ улдары. Леви нәҫеленән тик улар ғына хеҙмәт итер өсөн Раббыға яҡынлаша ала, – тине.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.


– Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.


Был – ғәйеп ҡорбаны, сөнки ул кеше Раббы ҡаршыһында ғәйепле ине.


Раббы Мусаға былай тине:


«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.


Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен.


Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan