1 Раббы Мусаға былай тине:
Урлашма.
Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш.
Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш.
Ир кеше Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына ғәйеп ҡорбаны итеп һарыҡ тәкәһе килтерһен.
Был – ғәйеп ҡорбаны, сөнки ул кеше Раббы ҡаршыһында ғәйепле ине.
– Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,
Уң бот татыулыҡ ҡорбанының ҡаны менән майын Раббыға тәҡдим иткән Һарун улдарының өлөшө булыр.
Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.