Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 5:16 - Изге Яҙма

16 Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 5:16
22 Iomraidhean Croise  

«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!


Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш.


Әгәр берәйһе яңылышлыҡ менән изге ризыҡты ашаған икән, ул кеше изге ризыҡтың хаҡын ҡаһинға ҡайтарып бирергә һәм шуның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләргә тейеш.


Әгәр хужаһы малды йолоп алырға теләһә, ҡаһин билдәләгән хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәһен.


Бағышлаған кеше йортон йолом түләп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр ҙә – йорт уныҡы булыр.


Әммә тәүге мал хәрәм һаналған малдарҙан булһа, кеше билдәләнгән хаҡҡа биштән бер өлөшөн өҫтәп, малды йолом түләп алыр. Әгәр йолоп алынмаһа, ул мал билдәләнгән хаҡ буйынса башҡа берәүгә һатылһын.


Әгәр ҙә берәй кеше үҙенең шул унынсы өлөшөн йолом түләп алырға теләһә, хаҡына биштән бер өлөштө өҫтәһен.


Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


Ғәйеп ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбандары салынған урында һуйылһын. Уның ҡаны ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сығылһын.


Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен.


Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен.


Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan