Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 4:7 - Изге Яҙма

7 Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шунан һуң ҡанды Раббы хозурынында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 4:7
17 Iomraidhean Croise  

Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.


Ҡанына бармағыңды манып ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрт, ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түк.


Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Һарун Раббы хозурындағы ҡорбан усағы янына сығып, уны паклау йолаһын башҡарыр, башмаҡ менән кәзә тәкәһенең ҡанын алып, усаҡтың бөтә мөгөҙҙәренә һөртөр.


Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен.


Гонаһ ҡорбанының бер аҙ ҡанын ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпер, ҡандың ҡалғанын усаҡтың төбөнә ағыҙыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.


Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте.


Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтә, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ.


Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.


Шулай уҡ ул Изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан һирпкән.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan