Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 4:6 - Изге Яҙма

6 Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Бармағын ҡанға манып, Иң Мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 4:6
22 Iomraidhean Croise  

Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы.


Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы;


Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, уны Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.


Ҡалған майҙы иһә таҙарыныусының башына ҡойһон. Шул рәүешле ул Раббы хозурында паклау йолаһын үткәрер.


Уң ҡулының бармағын һул усындағы майға манып, Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.


йоғошло тире ауырыуынан таҙарыныусы кешегә ете тапҡыр һирпһен һәм уны таҙа тип иғлан итеп, тере ҡошто ҡырға ебәрһен.


Бынан һуң Һарун башмаҡтың ҡанын алһын, бармағын уға манып, ҡапҡастың алдына һирпһен, шунан ҡапҡастың ҡаршыһында бармағы менән ете тапҡыр сәсрәтһен.


Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.


Ете йыл һайын ҡабатланған Шәмбе йылдарының ете тапҡыр үткәнен һанағыҙ – йәмғеһе ҡырҡ туғыҙ йыл булыр.


Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.


Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Ҡаһин бармағын ҡанға манып, Раббы хозурында, пәрҙә алдында ете тапҡыр һирпһен.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен.


Майҙы ете тапҡыр ҡорбан усағына һирпте; ҡорбан усағын, уның бөтә кәрәк-ярағын, йыуынғысты, йыуынғыс таяуын – барыһын да изгеләндерер өсөн мәсехләне.


Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.


Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте.


Әлғазар ҡаһин, бармағын тананың ҡанына манһын да Осрашыу сатырының алғы яғына ете тапҡыр һирпһен.


Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.


Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan