1 Раббы Мусаға былай тине:
Шуға күрә Һарун Иң мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.
Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.
Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала.
– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.
Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.
Һарун, ҡорбан усағы янына барып, үҙе өсөн гонаһ ҡорбаны булған үгеҙ башмаҡты салды.