Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 3:16 - Изге Яҙма

16 Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 3:16
19 Iomraidhean Croise  

Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,


Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә.


Сөләймән Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбанын, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итә, сөнки ул яһатҡан баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай.


Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр.


Һарыҡ тәкәһенең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн ал. Был тәкә ҡаһинлыҡҡа бағышлау ҡорбаны булғанлыҡтан, уның артҡы уң ботон ал.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Тәкәнең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн, артҡы уң ботон алды.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan